«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Телефон террорсыһы ҡулға алынған



24.10.2013 Телефон террорсыһы ҡулға алынған

Телефон террорсыһы ҡулға алынғанНефтекама ҡалаһы буйынса полиция бүлегенә һәм Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә бер–бер артлы өс телефон шылтыратыуы ҡабул ителә. Билдәһеҙ ир “Ҡунаҡһарай” офисы, “Элекке дуҫ”, “Ял” кафеһы, “Арсенал” кинотеатрына бомба һалыныуы тураһында хәбәр итә. Ул Индустриаль, Совет һәм Беренсе май урамдарында урынлашҡан таксофондарҙан шылтыратҡан.
Бомба һалынған тип хәбәр ителгән урындарға тиҙ арала ҡаланың “Тиҙ ярҙам”, янғын һүндереү, ҡотҡарыусылар хеҙмәткәрҙәре барып етә. Полиция биналарҙы ҡамай, кешеләр хәүефһеҙ урынға күсерелә һәм бүлмәләр тикшерелә. Бәхеткә күрә, бер ерҙә лә шартлатҡыс табылмай.
Бер аҙҙан уҫал ниәт менән бар хеҙмәттәрҙе лә аяҡҡа баҫтырған кеше асыҡлана. Ул 37 йәшлек ир булып сыға. Тикшереү барышында уның быйыл һәм былтыр ҙа бомба һалыныу тураһында хәбәр итеүе асыҡланған. Ир шундай һигеҙ хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепләнә. Әле ул “Террорлыҡ акты тураһында күрәләтә ялған хәбәр итеү” статьяһы буйынса ғәйепләнә.
Енәйәтсегә өс йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай. Ир “бомба һалынған” тип шылтыратып, ҡала власына әйтелгән учреждениеларҙа эшләүселәрҙең тәртипһеҙ, рухи яҡтан аҙғын булыуына ишара итергә теләгән. Енәйәтсегә шулай уҡ ҙур күләмдә штраф та һалынасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға