«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәкшәмбелә - “Дармарка”



22.10.2013 Йәкшәмбелә - “Дармарка”

Йәкшәмбелә - “Дармарка”Был йәкшәмбелә Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә “Дармарка” үтәсәк. Бындай йәрминкәлә үҙегеҙ менән алып килгән әйберҙәрҙе икенселәренә алмаштырырға, пластик ҡалдыҡтар (шешәләр, тоҡсайҙар, төрөү шыптырҙары) килтереп тапшырырға мөмкин. Байрамда ҡағыҙҙан һәм туҡыманан сәскәләр эшләргә өйрәнеү, балсыҡтан әйберҙәр яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре, психологик экспресс-тест үткәреләсәк.
Үҙегеҙ менән алыш-биреш өсөн таҙа кейем, китаптар, уйынсыҡтар, сувенирҙар, йорт кәрәк-яраҡтары алып килергә мөмкин. Дармарка сәғәт 12-нән төшкө сәғәт 4-кә тиклем дауам итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға