«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мал ҡараҡтары тотолған



22.10.2013 Мал ҡараҡтары тотолған

Мал ҡараҡтары тотолған18 октябрҙә РФ Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлегенә Урал ауылында йәшәүсе 57 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итеп төндә кәртәһенән ике быҙауы юғалыуы тураһында белдерә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре артабан бер нисә сәғәт буйы яҡын-тирәне, ауыл эргәһендәге урманды тикшерә. Бер аҙҙан улар йылға буйында йөк автомашинаһының тағылмаһын табып ала. Унда арҡандар ятҡан була. Хоҡуҡ һаҡлаусылар һағалап тороп, мал урлаусыларҙы тоторға була.
Икенсе төндә бурҙар тотола. Улар тағылма янына ҡолон алып килгән мәлдә, үҙҙәрен полиция хеҙмәткәрҙәре ҡамап алыуына бик аптырай.
Мал ҡараҡтары Ырымбур өлкәһенән килгән. Улар бер ай самаһы үҙҙәренең ҡара эшен ҡылған һәм ете һыйыр һәм йылҡы малын урлаған. Бынан тыш, енәйәтселәрҙә законһыҙ рәүештә һаҡланған һунар мылтыҡтары ла табылған. Әле бурҙар “Талау” статьяһы буйынса ғәйепләнә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға