22.10.2013 Айыуҙарҙан һаҡ булығыҙ!
Әлеге мәлдә тәбиғәт ҡышҡа әҙерләнә, шуға күрә лә урманлы ерҙәрҙә айыуҙар һөжүм итеү хәүефе бар. Ошо көндәрҙә Мәләүез районында ғәҙәттән тыш хәл була. Хлебодаровка ауылында 32 йәшлек ирҙе айыу талаған.
Леонид Шлычков исемле ир ике ауыл араһындағы юл ситенә бәшмәк ҡарарға төшкән. Шул саҡта уның ҡаршыһына балалы инә айыу килеп сыға. Йыртҡыс кешене үлемесле йәрәхәтләй. Леонид Шлычковты табиптар ҡотҡара алмаған.