22.10.2013 Бар тапшырыуҙар ҙа тәбиғәткә арналасаҡ
Был шәмбелә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы “Тәбиғәт көнө” исемле күләмле акция уҙғарасаҡ. Бар тапшырыуҙарҙар ҙа тирә-яҡ мөхиткә арналасаҡ, уны һаҡлау буйынса проблемалар күтәреләсәк. Аҙна буйы БЮТ хәбәрселәре республиканың бар урындарына юлланасаҡ һәм тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында тапшырыуҙар әҙерләйәсәк.