«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дуҫының ҡатынын талаған



21.10.2013 Дуҫының ҡатынын талаған

Дуҫының ҡатынын талаған Ошо көндәрҙә РФ Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса полиция бүлегенә йәш ҡатын мөрәжәғәт итә һәм үҙен танышы талауы хаҡында белдерә.
Зыян күреүсе үҙенең ире һәм танышының элек төрмәлә бергә булыуы һәм ваҡытынан алда иреккә сығарылыуҙары тураһында һөйләй. Улар хәҙер ай һайын енәйәт-башҡарылыш инспекцияһында теркәлергә тейеш булған. Ошо көндәрҙә ир үҙенең ҡатынына “инспекцияға дуҫым менән бергә бар“ тигән.
Ҡайтҡан саҡта был егет, әйҙә, мин йәшәгән өйгә такси яллап барайыҡ, ҡайһы бер әйберҙәрҙе алырға кәрәк, сәй ҙә эсербеҙ, тигән. Ләкин ҡатын унда барырға теләмәй һәм егеткә машинанан сығырға ҡуша. Водитель туҡтай, шул мәлдә егет ҡатындың сумкаһын алып ҡаса.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар зыян күреүсе менән бергә ҡала буйлап патрулгә сыға. Бер аҙҙан ҡатын автобус туҡталышында енәйәтсене күреп ҡала. Полиция машинаһын күргән егет урамдар буйлап ҡасырға ниәтләй, ләкин алыҫҡа китә алмай.
Ҡулға алынған 29 йәшлек талаусы дуҫының ҡатынының сумкаһында бишәр меңлек ҡағыҙ аҡса күреүен һәм шуға ла талауын һөйләй. Әле уға дүрт йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға