«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Сәнғәт төнө”нә Өфө музейҙары ла ҡушыласаҡ



18.10.2013 “Сәнғәт төнө”нә Өфө музейҙары ла ҡушыласаҡ

“Сәнғәт төнө”нә Өфө музейҙары ла ҡушыласаҡ 3 ноябрҙә киске сәғәт 6-нан төнгө сәғәт 12-гә тиклем бөтә Рәсәй буйынса “Сәнғәт төнө” уҙғарыласаҡ. Был масштаблы проектҡа Башҡортостан музейҙары ла ҡушылырға теләк белдергән. Баш ҡалала БР Милли музейы, Мәжит Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейы, Республика Хәрби дан музейы кискеһен үҙ ишектәрен асасаҡ. Был тарих үҙәктәре тамашасыларҙы “Урал батыр” эпосы буйынса төшөрөлгән анимация фильмын күрһәтеү, романс кисәһе уҙғарыу һымаҡ саралар менән үҙ тамашасыларын һөйөндөрәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға