«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бур үҙенең иғтибарһыҙлығы арҡаһында тотолған



18.10.2013 Бур үҙенең иғтибарһыҙлығы арҡаһында тотолған

Бур үҙенең иғтибарһыҙлығы арҡаһында тотолған Яңыраҡ Учалы ҡалаһында йәшәгән 25 йәшлек егет иртәнсәк урамға сыҡһа, “Москвич” автомобиленең ишектәре асыҡ булыуын һәм приборҙар панеленең емерелеүен күреп ҡала. Ул шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар күп тә үтмәй, автомобиль ҡыуып китеүселәрҙе ҡулға ала. Енәйәтте ошолай тиҙ асыуҙа бурҙарҙың иғтибарһыҙ булыуы ярҙам итә. Ваҡиға урынында эксперттар автомобиль ишегенән һуғып алынған йоҙаҡ механизмын табып ала. Бер аҙҙан улар водитель ултырғысы аҫтында мобиль телефон таба. “Москвич”тың хужаһы “Был минең телефон түгел” тип белдерә. Артабан сим-карта буйынса автобурҙың кем икәнен асыҡлауы ҡыйын булмай.
Әйтергә кәрәк, автомобилде ҡыуып алып киткән 20 йәшлек егет полиция хеҙмәткәрҙәренең уны шулай тиҙ табыуҙарына тәүҙә бик аптырай. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ул үҙенең дуҫы менән машинаның ишеген емереп асып, ҡабыҙыу йоҙағынан сымдарҙы тура тоташтырып, двигателде ҡабыҙырға теләгән. Ләкин бурҙарҙы үтеп барған кеше өркөтә. Егеттәр ҡасып китә, аҙаҡтан берәүһе телефонының юҡлығын асыҡлай һәм йүгергән саҡта төшкәндер, тип уйлай. Ләкин бур үҙенең телефоны тап машинаның салонында ятыуы тураһында һис тә уйламаған.
Әле егеттәр үҙҙәренең ғәйебен таныған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға