18.10.2013 Һаҡлау урыны юғалтыу урынына әйләнгән
Супермаркеттарға, ҙур магазиндарға ингәндә кешеләр үҙҙәренең сумка-моҡсайҙарын һаҡлау камераһында ҡалдыра. Күп осраҡта был урлашыу булмаһын тип эшләнә. Ләкин түбәндәге ваҡиғала тап һатып алыусының әйберҙәре юғала.
Яңыраҡ Бәләбәй ҡалаһында 26 йәшлек ҡыҙ аҙыҡ-түлек магазинына ингән һәм үҙенең сумкаһын камерала ҡалдырған. Бер аҙҙан ул емеш-еләк һатып алып сыҡһа, үҙенең әйберҙәрен тапмаған. Кемдер һаҡлау урынының сумка ултырған еренә асҡыс яратып, эсендә нетбук, мобиль телефон һәм модем ятҡан сумканы алып киткән.
Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар был урлашыу факты буйынса тикшереү алып бара.
Ошондай күңелһеҙ хәл булмаһын өсөн ҡиммәтле әйберҙәрҙе супермаркеттарҙың һаҡлау камераларында ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә.