«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер юлы ике енәйәт асылған



16.10.2013 Бер юлы ике енәйәт асылған

Бер юлы ике енәйәт асылған Федоровка ауылында ҡаҙ урлап тотолған ирҙең башҡа енәйәттәр ҡылыуы ла асыҡланған.
Ошо көндәрҙә Федоровка районының Ивановка ауылында билдәһеҙ кеше 50 йәшлек ирҙең ун ҡаҙын урлай. Ҡаза күреүсе полицияның дежур бүлегенә мөрәжәғәт итә.
Ваҡиға урынын тикшереүгә оператив төркөм ебәрелә. Улар билдәһеҙ кешенең, йорт хужаһын туҡмайбыҙ, тип ҡаҙҙарын алып сығыуын асыҡлаған.
Тикшереү барышында енәйәтсе – Федоровка ауылында йәшәгән 35 йәшлек ир табыла. Ул быға тиклем дә бер нисә тапҡыр төрмәлә ултырған һәм былтыр ғына иреккә сығарылған була.
Һорау алыу барышында ҡаҙ буры райондағы аҙыҡ-түлек магазинын талауы тураһында ла һөйләп биргән. Ул битлек кейеп, һатыусыны үлтереү менән ҡурҡытҡан һәм кассалағы бар аҡсаны алып сыҡҡан.
Әйтелгән факттар буйынса иргә ҡарата “Талау” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға