«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Телефон террорсыһы язаһын аласаҡ



16.10.2013 Телефон террорсыһы язаһын аласаҡ

Телефон террорсыһы язаһын аласаҡ Кеше күп йөрөгән урындарға – вокзал, банк, мәктәп, баҙарға бомба һалынған тигән ялған хәбәрҙәр полиция хеҙмәтендә айырым тикшерелә. Бындай шылтыратыу алынғас, ваҡиға урынан хоҡуҡ һаҡлаусылар, янғын һүндереүселәр, медицина хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар йүнәлә, эвакуация үткәрелә. Ә шул мәлдә икенсе ерҙә башҡа бәлә-ҡаза сығыуы, оператив хеҙмәттәрҙең тап шул урынға килеп етмәүе лә бар.
Өфөлә йәшәгән 35 йәшлек ир эскән килеш ҡаланың махсус хеҙмәттәренең ғәҙәттән тыш ваҡиға буйынса нисек эшләүҙәрен тикшереү өсөн “Минең фатирға бомба һалынған!”, - тип “112” номеры буйынса шылтырата.
Был хәбәрҙе алғас, ваҡиға урынына полицияның оператив төркөмө ебәрелә. Улар фатирҙы тикшерә һәм бер ниндәй ҙә шикле әйбер тапмай.
Ялған хәбәр менән шылтыратыусыға ҡарата енәйәт эше асылған. Уға өс йылға тиклем хөкөм ителеү янай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға