«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡыуаҡтар араһында обрез йәшереп тотҡан



16.10.2013 Ҡыуаҡтар араһында обрез йәшереп тотҡан

Ҡыуаҡтар араһында обрез йәшереп тотҡан Октябрьский ҡалаһының хоҡуҡ һаҡлаусыларына 32 йәшлек ирҙең законһыҙ рәүештә ҡорал һаҡлауы тураһында мәғлүм була. Яңыраҡ, ул урамда булған сағында, янына полиция хеҙмәткәрҙәре килә һәм криминаль әйберҙәрҙе үҙ ирке менән тапшырырға тәҡдим итә. Ир, минең бер ниндәй ҙә шикле нәмәм юҡ, тип яуап ҡайтара. Ләкин тикшереү барышында уның ҡапсығында бер көбәкле һунар обрезы табыла.
Был ҡоралды ир ике аҙна элек Ырымбур өлкәһендә бәшмәк йыйғанда табып алған. Обрезды ул алып ҡайта һәм йорто янындағы ҡыуаҡтар араһына йәшергән. Полиция хеҙмәткәрҙәре туҡтатҡан мәлдә ир обрезды өйөнә индереп барған була.
Законһыҙ рәүештә ҡорал һаҡлаған өсөн ҡулға алыныусыға ҡаршы енәйәт эше асылған. Был статья буйынса иргә дүрт йылға тиклем хөкөм ителеү янай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға