«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡатын-ҡыҙҙарҙы талаусылар ҡулға алынған



09.10.2013 Ҡатын-ҡыҙҙарҙы талаусылар ҡулға алынған

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы талаусылар ҡулға алынған Баш ҡалала йәшәүсе егет еңел аҡса эшләргә теләп, үҙенең дуҫына – Благовещен ҡалаһында йәшәүсе, элек талау статьяһы буйынса хөкөм ителгән ир менән һөйләшә. Улар икәүләп кеше таларға уйлаған.
Енәйәтселәр алдан уйланылған план буйынса эш иткән. Иртәнсәк улар тышта йөрөгәндә яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙы күҙәтеп, уны кеше булмаған урында талаған. Егеттәрҙең берәүһе ситтә тороп тирә-яҡты күҙәткән һәм кәрәккәндә ярҙамға килгән. Икенсеһе ҡорбан янына йүгереп килеп, уның муйынына алтын сылбырҙы йолҡоп алып ҡасҡан. Артабан ике енәйәтсе лә эҙ яҙлыҡтырған.
Беренсе осраҡта егеттәр бер ҡыҙҙы пневматик пистолет менән ҡурҡытып талаған. Артабан өйрәнеп алғас улар ҡатын-ҡыҙҙарға 14 тапҡыр һөжүм иткән.
Әле ике дуҫ “Баҫып алыу” һәм “Талау” статьялары буйынса ғәйепләнә. Уларға 10 йылға тиклем хөкөм ителеү янай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға