«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һаҡ булығыҙ, банк карталарын юғалмағыҙ!



09.10.2013 Һаҡ булығыҙ, банк карталарын юғалмағыҙ!

Һаҡ булығыҙ, банк карталарын юғалмағыҙ! Күптәр хәҙерге заманда пластик банк карталарын ҡуллана. Тап шуларға эш хаҡы күсә, кредитҡа аҡса алып торорға була. Шул уҡ мәлдә карталарға бәйле енәйәттәр һаны ла арта.
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы супермаркетта ике егет һәм бер ҡыҙ аҙыҡ-түлек һайлап алған. Улар ике мең һумлыҡ тауарҙы касса аша үткәреп, карта аша түләргә теләгән. Егеттәрҙең берәүһе һәм ҡыҙ аҙыҡ-түлекте пакетҡа һалып тышҡа сыҡҡан. Икенсе егет иһә карта менән түләгән мәлдә, ПИН-кодты оноттом тигән. Ул уны кәләшемдән һорайым тип тышҡа сыҡҡан да кире инмәгән.
Кассирҙар шул мәлдә алданғандарын аңлап, “хәүеф” төймәһенә баҫҡан. Полиция хеҙмәткәрҙәре магазинға өс минуттан килеп еткән. Улар тәүҙә видекүҙәтеү камераһы яҙмаларын ҡараған. Мутлашыусылар хоҡуҡ һаҡлаусыларға таныш булған – улар элек тә магазиндарҙан урлашҡан һәм наркотиктар ҡулланған.
Күп тә үтмәй, полиция хеҙмәткәрҙәре урланған аҙыҡ-түлектән табын ҡороп һыйланған компанияны ҡыҙҙың фатирында таба. Карта менән иҫәпләшәм, тип алдап ҡасҡан егет һәм ҡыҙ полиция бүлегенә килтерелә. Өҫтәүенә, банк картаһының уларҙың исеменә асылмағанлығы мәғлүм була. Мутлашыусылар супермаркеттағы терминал ПИН-код кәрәкмәй, тип уйлаған. Ләкин кредит системаһыныҡы булып сыҡҡан карта серле һандарҙы индереүҙе һораған. Бындай хәлдең булырын уйламаған егеттәр һәм ҡыҙ ҡасырға мәжбүр булған.
Әле бурҙарға ҡарата енәйәт эше асылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға