«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер үк мәлдә урлашҡандар



09.10.2013 Бер үк мәлдә урлашҡандар

Бер үк мәлдә урлашҡандар Өфө ҡалаһының Октябрь проспектындағы кейем һатҡан үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү магазинында урлашҡан ике ҡатын ҡулға алынған. Сығыу урынында торған һаҡ хеҙмәткәре уларҙың ҡапсыҡтарында ятҡан әйберҙәргә түләү чектары булмауын күреп ҡала. Ҡатындарҙың берәүһе дөйөм хаҡы мең ярым һум булған ирҙәр бирсәткәләре, салбар һәм күлдәк урларға уйлаһа, икенсеһе иһә ике мең ярым һумлыҡ ирҙәр джемперы менән ҡатын-ҡыҙҙар салбарына түләмәҫкә уйлаған. Әйтергә кәрәк, был ике бур бер-береһе менән таныш булмаған, ләкин бер мәлдә енәйәт ҡылған.
Һаҡ хеҙмәткәрҙәре урлашыу факты тураһында полицияға белдергән. Бурҙарҙың берәүһе - 35, икенсеһе 29 йәштә булған, бығаса улар хөкөм ителмәгән. Шулай ҙа был ҡатын-ҡыҙҙар “Урлашыу” статьяһы буйынса закон алдында яуап бирәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға