«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Киске урамдар хәүеф һаҡлай



08.10.2013 Киске урамдар хәүеф һаҡлай

Киске урамдар хәүеф һаҡлай Киске ҡараңғы урамдар буйлап йөрөүҙең хәүефле булыуын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Шулай ҙа уҡыуҙан йәки эштән ҡайтыусылар ҡурҡыныс менән янаған урындарҙы, йыйылышып торған компанияларҙы, иҫеректәрҙе ситтән урап үтергә тырыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берендә бындай хәүефһеҙлек саралары файҙа килтермәй. Сираттағы осраҡта бары тик ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәтенең ҡыҫылышы ғына енәйәтселәрҙе ҡулға алыу мөмкинлеге бирә.
Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында йәшәүсе 23 ҡыҙ өйөнә кискеһен һуңға ҡалып ҡайтып барғанда, уға Конституция урамында магазин янында ике иҫерек егет иғтибар итә. Өсөнсөһө иһә ул мәлдә һыра һатып алып торған була.
Егеттәрҙең берәүһе – элек талау буйынса хөкөм ителгән Шишмә районында йәшәүсе 20 йәштәгеһе, ҡыҙҙы күргәс, уның янына бара һәм эсенә һуға. Артабан ул ҡорбанының ҡулынан хаҡы 10 мең һумдан ашыу булған кәрәҙле телефонды һыпыра тартып ала һәм дуҫтары менән ҡаса.
Талаусылар күҙҙән юғалғас, ҡыҙ аптырап ҡалмай, полицияға шылтырата. Ваҡиға урынына ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре ебәрелә, “Квадрат” операцияһы иғлан ителә.
Ярты сәғәттән күрше йорттоң ихатаһында хоҡуҡ һаҡлаусылар таланған ҡыҙҙың тасуирлауына тап килгән өс егетте туҡтата. Улар, үҙ сиратында, беҙ бер ниндәй ҙә талау һәм телефон тураһында белмәйбеҙ ти. Ләкин шул мәлдә егеттәрҙең берәүһенең кеҫәһендә телефон сигналы ишетелә. Уның маркаһы ҡыҙҙан талап алынған менән тап килә. Зыян күреүсе лә егеттәрҙе таный.
Полиция хеҙмәткәрҙәре талаусыларҙы ҡулға ала. Ҡыҙҙы талаусының дүрт йылға тиклем хөкөм ителеүе мөмкин. Ә уның дуҫтары прокурор, тәфтишсе йәки ғәйепләүсенең саҡырыуына мотлаҡ килеү кәрәклеге тураһындағы ҡағыҙ менән иреккә ебәрелгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға