«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урлашыуҙы үҙенә шөғөл итеп алған



03.10.2013 Урлашыуҙы үҙенә шөғөл итеп алған

Урлашыуҙы үҙенә шөғөл итеп алған Октябрьский ҡалаһының полиция бүлегенә дауахананала булған урлашыу тураһында хәбәр килә. Табиптар дежур итеүҙе тамамлағас, күн куртка һәм сумка эсендә ятҡан көшөлөктөң юғалыуын асыҡлай.
Эш кабинеттарында булған әйберҙәр йыш юғала. Күптәребеҙ бер нисә минутҡа сыҡҡанда ишектәрҙе бикләмәй, асыҡ көйөнсә ҡалдыра. Тап ошо мәлдә бурҙар ҡарауһыҙ әйберҙәргә айыу майы һөртөп өлгөрә.
Дауаханала ла шулай булған. 40 йәшлек ир үҙе менән бергә йәшәгән ҡатын менән табипҡа күренергә килгән. Сират тороп, иптәше белгескә инеп киткәс, ир ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлегенә йүнәлә. Унда ул бүлек мөдиренең кабинеты асыҡ икәнен һәм эстә берәүҙең дә булмауын күрә. Ир күп уйлап тормай, асыҡ сумканан көшөлөктө, шкафтан күн куртканы алып, дауахананан сығып китә.
Урамға сыҡҡас, ул көшөлөктө тикшерә, ләкин унда ни бары 100 һум аҡса ятҡан була. Йәне көйгән бур көшөлөктө урнаға ташлай һәм куртканы һатып, аҡса эшләргә уйлап, ҡайтып китә. Ләкин ирҙе полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала.
Тикшереү барышында шул асыҡлана – бур бер ай элек тә көшөлөк урларға маташҡан. Ул тотола һәм уға ҡарата “Урлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше асыла һәм йәшәгән урынынан ситкә сыҡмаҫҡа ҡушыла.
Уңышһыҙ урлашыуҙан һуң да ир туҡтамай. Бер аҙнанан ул ҡала поликлиникаһынан ете мең һум аҡса урлай. Ике-өс көндән дауаханала урлашҡандан һуң хоҡуҡ һаҡлаусылар уны ҡулға ала.
Элек тә уғрылыҡ өсөн хөкөм ителгән ир йәйгеһен генә иреккә сығарылған булған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға