«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » QR-кодтарҙа - Өфөнөң иҫтәлекле урындары



03.10.2013 QR-кодтарҙа - Өфөнөң иҫтәлекле урындары

QR-кодтарҙа - Өфөнөң иҫтәлекле урындарыБаш ҡаланың һәйкәлдәрендә һәм иҫтәлекле урындарында QR-код менән табличкалар ҡуйыла башланы.
Һуңғы ике айҙа QR-кодтар туристарға ҡыҙыҡлы 16 объектта ҡуйылды. Улар араһында – Иван Якутов исемендәге парк, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге институтының Ботаника баҡсаһы, В. Лениндың йорт-музейы, Өфө ҡала планетарийы, «Аҡбуҙат» ипподромы, «Ләлә-Тюльпан» мәсете һәм башҡалар.
Табличкаға объекттың исеме башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә яҙыла һәм QR-код ҡуйыла. Смартфон, коммуникатор йәки планшеттың фотокамераһы аша махсус программа ярҙамында QR-кодты уҡып, ҡулланыусы автоматик рәүештә ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-туристик порталына күсә. Унда ул туристик объект тураһында тулыраҡ мәғлүмәт белә, фото һәм тарихи һүрәттәр ҡарай ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға