«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө аэропорты “Боинг”тарҙы хеҙмәтләндерәсәк



03.10.2013 Өфө аэропорты “Боинг”тарҙы хеҙмәтләндерәсәк

Өфө аэропорты “Боинг”тарҙы хеҙмәтләндерәсәк«Өфө» халыҡ-ара аэропорты үҙе бер ҡаласыҡ. Майҙаны 60 гектарға яҡын һауа гаванендә осоп китеү һәм ултырыу һыҙаттары, руль юлдары, хужалыҡ биналары, яғыулыҡ һаҡлау урындары, ҡунаҡханалар урынлашҡан.
Былтыр «Ютэйр» авиакомпанияһы Өфө аэропортында “Урал авиация хеҙмәттәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойошторҙо. Был предприятие “Ту-134”, “Ту-154” һымаҡ самолеттарҙы рейс-ара хеҙмәтләндереүгә йәлеп ителде.
Ошо көндәрҙә авиация-техник базаһына тәүге “Боинг-737” самолеты килтерелде. Бындай төрҙәге самолеттар махсус ангарҙа “A-check” класы буйынса хеҙмәтләндереләсәк. Уның барышында авиалайнерҙарҙың двигатель, планер, авионика һымаҡ ҡатмарлы өлөштәре ҡараласаҡ, майҙар һәм махсус шыйыҡсалар менән заправкалау яһаласаҡ. Кәрәккәндә белгестәр самолет агрегаттарын алмаштырасаҡ. Әлегә “Урал авиация хеҙмәттәре” ике лайнерҙы ҡабул итә ала, киләсәктә дүрт самолет хеҙмәтләндереләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға