02.10.2013 Мутлашыусылар тоҙағынан һаҡланығыҙ
Үткән ялдарҙа Сибай ҡалаһы буйынса полиция бүлегенә хаҡлы ялдағы кешеләр бер нисә ғариза биргән. Уларҙа шикле телефон шылтыратыуҙары тураһында хәбәр ителә.
Әбей-бабайҙарға бар осраҡтарҙа ла ир кеше шылтыратҡан һәм һеҙҙең улығыҙ йәки ейән-ейәнсәрегеҙ машина менән аварияға осраны, тигән. Артабан ул, ғәйепләнеүсе булмаҫ өсөн аҡса түләргә кәрәк, тип әйткән. Һәр бер осраҡта ла билдәһеҙ ир 20 - 30 мең һум аҡса һораған. Үкенескә күрә аферистың ҡармағына 49 йәшлек ир эләгә – ул 20 мең һум аҡсаһын күсерә. Бер аҙҙан уның яҡындары менә!н бер ни ҙә булмауы асыҡланған.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла ошондай енәйәт теркәлгән. Был осраҡта 70 йәшлек бабай, улына ярҙам итергә теләп, таныш булмаған мобиль телефон номерына 10 мең һум аҡсаһын күсерә. Аҙаҡтан улына шылтырата һәм уның бер ниндәй ҙә юл-транспорт фажиғәһенә эләкмәүен белеп, сикһеҙ аптырана.
Ә Салауат ҡалаһында булған мутлашыуҙа Краснодар ҡалаһынан килгән ир 10 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Уға билдәһеҙ номерҙан шылтыраталар һәм банк исеменән банк картаһы буйынса “тикшереү” үткәртәләр. Егет телефон аша исемен-фамилияһын, карта номерын һәм уның артындағы һанды, ПИН-кодты әйтеп бирә. Шул мәлдә уның аҡсаһын һалдырып та алалар.
Бындай күңелһеҙ осраҡтарға эләкмәҫ өсөн иң беренсе һаҡ булырға кәрәк. Әгәр ҙә һеҙгә “мин бәләгә тарыным, аҡса һал” тип шылтыратһалар йәки яҙһалар, аптырап ҡалмағыҙ. Әйтелгән телефонға йәки картаға аҡса күсермәгеҙ. Тәүҙә туғандарығыҙ менән бәйләнешкә сығырға һәм тикшерергә кәрәк. Күп осраҡта уларҙың иҫән-һау икәнлеге, телефон аша булған сәйер һөйләшеүҙең алдаҡ булыуы асыҡлана.
“Банк картаһы хеҙмәтләндереүе” тип шылтыратыусыларға ҡарата айырыуса һаҡ булығыҙ. ПИН-код, карта номеры һәм артындағы һанды сит кешегә әйтмәгеҙ.