02.10.2013 «Китап» нәшриәте – йәнә алдынғы!
Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта «Китап – хеҙмәттәшлек һәм үҫеш юлы» тип аталған VIII халыҡ-ара китаптар күргәҙмә-йәрминкәһе тамамланды. Уның йомғаҡтары буйынса Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте «Күмәс өй» китабы менән «Балалар китабы» номинацияһында еңеүсе тип танылды.
«Күмәс өй»гә башҡорт, рус һәм немец телдәрендә киң билдәле ағалы-ҡустылы Гриммдарҙың өс әкиәте ингән: «Татлы бутҡа», «Хензель һәм Гретель», «Дроздобород короле». Китап биҙәлеше яғынан бик үҙенсәлекле, унда спектаклдәрҙән ҡурсаҡтар, ҡурсаҡ йыһаздары төшөрөлгән фоторәсемдәр, матур иллюстрациялар ҡуйылған.
Әйткәндәй, нәшриәт был аҙнала Көньяҡ Урал зонаһы райондарында күсмә һатыу итеү ойоштора. 3 - 4 октябрҙә – Иҫке Собханғолда, 5 - 6 октябрҙә – Баймаҡта үтәсәк сауҙа барышында Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған күргәҙмә лә тәҡдим ителәсәк.