«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шешә ярсыҡтары менән буласаҡ ирен яралаған



01.10.2013 Шешә ярсыҡтары менән буласаҡ ирен яралаған

Шешә ярсыҡтары менән буласаҡ ирен яралаған Төнгө сәғәт 4-әр тирәһендә баш ҡаланың бер дауаханаһына сәнселгән яралар менән 27 йәшлек ир килтерелә. Бындай осраҡ мотлаҡ рәүештә енәйәт тикшереүе үтә. Ваҡиға урынында – Совет районында урынлашҡан фатирҙа полиция хеҙмәткәрҙәре илап ултырған 25 йәшлек ҡыҙға тап була. Ул дауаханаға килтерелгән егетте үҙенең буласаҡ ире тип таныштыра. Артабан ҡыҙ зыян күреүсенең шундай хәлгә ҡалыуын, көнләшеү арҡаһындағы талаш һөҙөмтәһе, тип һөйләп бирә.
Кискеһен был пар осрашҡан һәм табын ҡорған. Егет бер аҙҙан, ҡыҙына һин миңә хыянат иттең, тип әйтә. Бындай осраҡтарҙа ғәҙәттәгесә иреш-талаш сыға. Күп тә үтмәй, егет буласаҡ кәләшенең битенә һуға һәм ҡыҙып китеп, уны ныҡ итеп туҡмай. Егет стенаға һыра шешәһен һуғып яра һәм хулигандарҙың дәһшәтле ҡоралын – ситтәре быяла ярсыҡтары булған “розочка” эшләй. Артабан ул был әйберҙе ҡыҙына бирә һәм ҡан тамырҙарыңды ҡырҡ тип әйтә. Ләкин, ҡыҙ аптырап ҡалмай, егетенең эс тапҡырына шешә ярсыҡтары менән бер нисә тапҡыр сәнсә. Ҡурҡыныс яраны күргәс, ул “Тиҙ ярҙам”ға шылтырата.
Был ҡыҙ үҙенең ғәйебен танымай. Өҫтәүенә, ул полиция хеҙмәткәрҙәренә әсәһенең дә атаһын ошолай ысул менән үлтереүе хаҡында һөйләп бирә.
Әлеге ваҡытта ҡыҙға ҡарата енәйәт эше асылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға