«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Браконьерҙар Силәбе өлкәһенән килеп Башҡортостанда һунар иткән



01.10.2013 Браконьерҙар Силәбе өлкәһенән килеп Башҡортостанда һунар иткән

Браконьерҙар Силәбе өлкәһенән килеп Башҡортостанда һунар иткәнОшо көндәрҙә Учалы районы буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре “Браконьер” операцияһы барышында урман буйында патрулдә булғанда, таңғы сәғәт 5 тирәһендә шикле автомобилде күреп ҡала. Ул фаралары менән урманды яҡтыртҡан булған.
Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы күреү менән машинала ултырыусылар ҡасырға уйлай. Ләкин күп тә үтмәй, водитель һәм уның дуҫы туҡтай. Баҡтиһәң, был ике ирҙең һунар итергә рөхсәте булмай сыға. Үҙҙәре Силәбе өлкәһендәге Мейәс ҡалаһында йәшәп, Башҡортостанға һунар итергә килгәндәр.
Автомобиль салонын тикшергәндә полиция хеҙмәткәрҙәре туналған ҡоралай табып алған. Законһыҙ рәүештә ҡоралай атҡан өсөн 60 мең һум штраф ҡаралған. Әле браконьерҙарға ҡарата “Законһыҙ һунар итеү” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға