«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эскелек енәйәткә этәрә



30.09.2013 Эскелек енәйәткә этәрә

Эскелек енәйәткә этәрә Мәләүездә йәшәүсе 32 йәшлек ир дуҫтары менән эскәндән һуң, тағы ла араҡы эҙләп сыҡҡан. Ләкин, аҡсаһы бөткәс, ул үҙенең танышына – хаҡлы ялда булған һәм дөйөм ятаҡта йәшәгән ҡартҡа йүнәлгән.
Төнгө сәғәт 1-ҙә туҡылдатҡан кешегә бер кем дә ишек асмай. Ир аптырап тормай, хужаның юҡлығын аңлап ҡала һәм бүлмә ишегенең йоҙағын емереп инә.
Ләкин эстә хужа кеше йоҡлаған була. Эскән ир уны күреп тәүҙә аптырай. Ләкин үҙенең нимәгә килгәнен иҫләй һәм бүлмә хужаһынан аҡса һорай башлай. Ҡарттың аҡсаһы булмай, араҡы алған өсөн магазинға залогҡа ҡалдырырға паспортын да бирмәй.
Ҡыҙып алған ир хужаны этеп ебәрә һәм бүлмәгә инә. Күҙенә салынған әйберҙәрҙе – телевизор һәм кабель телевидениеһы приставкаһын үҙе менән алып сыға.
Ләкин талап алған нәмәләрҙе ир һатып эсергә өлгөрмәй. Тап шул ваҡытта ятаҡ янынан патруль-пост хеҙмәткәрҙәре үтеп барған. Талаусы хоҡуҡ һаҡлаусыларға ҡапыл тап булғас ныҡ аптырай, тегеләр ҙә төн уртаһында телевизор тотоп барыусы ирҙе тикшерә.
Мәләүез ҡалаһы буйынса полиция бүлегендә ир үҙенең енәйәте тураһында һөйләй. Ул телевизорҙы һәм приставканы яҡын-тирәләге көмөшкә һатыусыла залогҡа ҡалдырырға теләгән.
Хәҙер иргә ҡарата “Талау” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға