«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Анһат байымаҡсы булып метеорит һатырға теләгән



30.09.2013 Анһат байымаҡсы булып метеорит һатырға теләгән

Анһат байымаҡсы булып метеорит һатырға теләгәнБыйыл февралдә Силәбе өлкәһендә төшкән метеорит интернет донъяһында, социаль селтәрҙәрҙә ҙур шау-шыу ҡуптарҙы. Былай ҙа “Уҫал Силәбе” данын йөрөткән ҡалаға йыһан ҡунағы темаһы өҫтәлде, ҡыҙыҡлы фотоһүрәттәр, төрлө көләмәстәр барлыҡҡа килде. Метеорит киҫәген һатам, ул күп ауырыуҙан дауалай, тип мутлашыусылар ҙа осраны.
Ошо көндәрҙә chelyabinsk.ru сайтында Силәбе өлкәһендә йәшәүсе Алексей Усенков метеориттың ҙур киҫәген 2 миллион 212 мең һумға һатам, тип белдергән. Ул уны 25 апрелдә Тимирязевский ҡасабаһында табып алған. Йыһан ташының ауырлығы 3.4 килограмм, уның ысынлап та күк есеме икәнлеген Силәбе дәүләт универститеты белгестәре тикшереп дәлилләгән һәм сертификат менән нығытҡан.
Әйтергә кәрәк, 26 сентябрҙә Сыбаркүл күле төбөнән водолаздар метеориттың тағы ла ҙурыраҡ - 4.8 килограмм тартҡан киҫәген алып сығарған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға