«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ял итергә теләүселәр өсөн



27.09.2013 Ял итергә теләүселәр өсөн

Ял итергә теләүселәр өсөн Башҡортостан урмансылары паркы Өфө халҡынын яратҡан ял итеү урыны булып тора. Бында ситлектәрҙә йәшәгән бүре, айыу, төлкө, ҡуян һымаҡ йәнлектәрҙе күрергә мөмкин. Яңыраҡ “Горзеленхоз” муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре йәнлектәр өсөн йәшәү урындарын төҙөкләндерҙе. Иҫке ситлектәр яңыртылды, яңыларының эсендә хайуандар инеп йәшенерлек итеп махсус оялар эшләнде.
Паркта ял итергә теләүселәр өсөн яңы ҡапҡа, сүп-сар контейнерҙары ҡуйылды, ситлектәр янынан үтергә юлдар һалынды, сәскәләр ултыртылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға