«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә колибри ҡошо ла бар икән



25.09.2013 Өфөлә колибри ҡошо ла бар икән

Өфөлә колибри ҡошо ла бар икән Тропик тәбиғәтен ысын мәғәнәлә биҙәүсе һәм үҙенең бәләкәй булыуы менән бөжәктәргә тиңләшкән экзотик ҡош – колибри Өфө эргәһендәге “Уҡсы” баҡса ойошмаһында бар икән. Кешеләр әйтеүенсә, ул сәскәнән сәскәгә ҡунып осҡан.
Орнитолог Евгений Карев белдереүенсә, был ҡош ысынлап та колибри булып сыҡҡан. Ләкин уның беҙҙең ҡырыҫ яҡҡа нисек килеп сығыуы сер булып ҡала. Экзотик ҡошсоҡ ситлектә тотолоп, унан ҡасып осоп сығыуы ла бик тә мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға