25.09.2013 Ғәли Хәмзин исемендәге конкурс үткәреләсәк
22 ноябрҙә йырсы Ғәли Хәмзиндың (1950 — 2009) тыуған яғында — Белорет районының Әхмәр ауылында танылған артистың иҫтәлегенә арнап, үҙешмәкәр вокалсылар конкурсы ойошторола.
Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты матур бәрхәт тауышы, бигерәк тә башҡорт халыҡ көйҙәрен аһәңле башҡарыу оҫталығы менән айырылып торҙо. 1985 йылда ул Бөтөн Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсының беренсе премияһы лауреаты булды. Артист үҙен талантлы ойоштороусы итеп тә күрһәтте: ул «Йәдкәр» фольклор-эстрада төркөмөн төҙөп, уға 25 йыл буйына етәкселек итте. Үҙ ваҡытында ул Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика йәш йырсылар конкурсы лауреаты, «Дуҫлыҡ» халыҡ-ара фестивале дипломанты булды.
Конкурсты Белорет районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге ойоштора. Ғаризалар 10 ноябргә тиклем ҡабул ителә, конкурс ике категорияла — 16 йәшкә тиклем һәм унан өлкәнерәктәр — үткәрелә.