19.09.2013 Дим районында яңы фонтан
Баш ҡаланың Дим районындағы Правда урамы аллеяһында «Көршәктәр тотҡан ҡыҙ» фонтаны асылды. Уның диаметры – дүрт метр, һыуҙы 24 форсунка һиптертә. Фонтандағы дүрт плафон ҡараңғы мәлдә һыуҙы яҡтыртасаҡ.
Әлеге ваҡытта аллеяла башҡа төҙөкләндереү эштәре лә башҡарыла. Тротуарҙарҙа плитәләр түшәлгән, япмалы эскәмйәләр урынлаштырылған, аллеяға инеү урыны таш вазалар менән биҙәлгән, автомобилдәр туҡталҡаһына асфальт һалынған. Бында шулай уҡ әкиәт һәм йәнһүрәт геройҙарының скульптураларын урынлаштырыу ҡаралған.
Аллеяны асыу тантанаһы киләһе аҙнаға планлаштырылған.