«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әгәр ҙә балағыҙ театр донъяһына битараф түгел икән



19.09.2013 Әгәр ҙә балағыҙ театр донъяһына битараф түгел икән

Әгәр ҙә балағыҙ театр донъяһына битараф түгел икән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡарамағындағы «Самрау» балалар театры студияһы эшен башлай. Унда 10–17 йәшлек балалар ҡабул ителә, уҡытыу рус һәм башҡорт телдәрендә алып барыласаҡ. Был шәмбе һәм йәкшәмбелә төшкө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем театр бинаһында балаларҙы һайлап алыу уҙғарыласаҡ.
Дәрестәр программаһында актер, нәфис һүҙ оҫталығы, йыр, бейеү ҡаралған. Шулай уҡ уҡыусылар аң даирәһен үҫтереү маҡсатында музей, күргәҙмәләргә йөрөтөләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға