18.09.2013 Быяла әйберҙәрҙе ҡояшлы урында ҡалдырмағыҙ
Быяланан эшләнгән банкаларҙың, шешәләрҙең ҡояш нурҙарын лупа һымаҡ бер фокусҡа туплауҙан барлыҡҡа килгән янғындар тураһында күп ишетергә мөмкин. Бындай ут сығыуҙар ғәҙәттә урман, далаларҙа барлыҡҡа килә.
Ошондай хәл Нефтекама ҡалаһында ла була яҙған. Комсомол проспектындағы йорттоң алтынсы ҡатындағы фатирҙың тәҙрә төбөндә ултырған быяла банкаға төшкән нурҙар шунда ятҡан таҫтамалға төшөп, саҡ ут сығармаған. Хужалар өйҙә булмаған, бәхеткә күрә, күршеләр төтөн еҫен һиҙеп, янғын һүндереүселәрҙе саҡырған. Ҡотҡарыусылар янғын баҫҡысы буйлап тәҙрәгә тиклем менеп, утты һүндергән.