«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Афарин, "афариндар"!



13.11.2010 Афарин, "афариндар"!

ҡабырғалы ҡамсылыҡ,
Тама торған тамсылыҡ.
Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
Беҙгә Алтынай кәрәк!
Хәтерегеҙгә төштөмө, ҡасандыр бик популяр булған уйындарҙың береһе генә был, ә бит улар һанап бөткөһөҙ! "Энә менән еп", ''Осто-осто'',''Себештәр менән ҡарауылсы'' - был уйындарҙың барыһы ла ниндәйҙер мәғәнәғә эйә - улар бәләкәстәрҙең етеҙлеген арттыра, зирәклеккә һынай, тиңдәштәре менән уйнарға, еңергә, ә ҡайһы саҡ еңелә белергә өйрәтә.
Өфөлә балаларҙың тыуған көндәрен, байрам кисәләре үткәреү өсөн бик күп студиялар, агентлыҡтар бар. Ләкин... уларҙың барыһы ла рус телендә эшләй. Ә бына балаһын милли рухта тәрбиәләгән, туған телен өйрәткән ата-әсәләргә ни эшләргә? ҡыҙғанысҡа күрә, хатта балалар баҡсаларының башҡорт төркөмдәрендә лә милли уйындарға, үҙебеҙҙең әкиәттәргә, башҡорт йомаҡтарына етерлек иғтибар бүленмәй.
Тәүге йылдарҙа баланың тыуған көнөнә әллә ни иғтибар бүлмәйһең. Ә инде өс-дүрт йәштә ул байрамды көтөп ала башлай. ҡыҙыма өс йәш тулып килгәндә, ҡулыма "Афарин" ижад студияһының иғланы килеп электе. Әлбиттә, был яҙыу күңелгә ҡыуаныс тойғоһо өҫтәне - бына бит, ниндәйҙер әүҙем милләттәштәребеҙ ҡыҙыҡлы эш тапҡан! Ойоштороусылар һөнәрҙәре буйынса сценаристар, ә аниматорлыҡҡа сәнғәт академияһы студенттарын йәлеп иткән. Яуаплылыҡтары ла оҡшаны - тәүҙә телефон аша Алтынайҙың яратҡан геройҙары, дуҫтары тураһында ентекләберәк һораштылар. Шулай итеп ҡыҙымдың тыуған көнөн балалар баҡсаһында үткәрергә һөйләштек.
Сағыу костюмдар кейгән Айыу менән Бал ҡортон күргәс тә борсолоуым юҡҡа сыҡты. Нескә бил менән маҡтансыҡ Айыухан балаларҙы көлдөрҙө лә, хәрәкәтле уйындар уйнатып арытты ла. Иң һуңынан бәләкәстәр менән бергә тылсымлы һүҙҙәр әйтеп, ҡыҙымдың күңелен күрҙеләр. Ә мин , беренсенән баламдың шат йөҙөн күреп ҡыуанһам, икенсенән, әйтерһең дә, үҙем бала сағыма ҡайтҡандай булдым.
Тылсымсы фея менән осрашыу - үҙеңде матур тоторға өйрәнеү, Афарин исемле клоундың мәҙәктәре, ҡыш бабай, ҡарһылыуҙың үҙе менән яңы йылды ҡаршылау - студия тәҡдим иткән тематик программалар әлегә ошолар. Әйткәндәй, ҡыш бабайҙы өйгә саҡырырға ла мөмкин. Сценарий буйынса ул Ирәмәлдән килә икән. Балаларҙы ҡотлап, бүләк тапшырып ҡына ҡалмай, ә ниндәйҙер файҙалы шөғөлгә лә өйрәтә, уйындар уйната.
Артыҡ амҡтай тимәгеҙ, миненсә, "Афарин" ижад студияһын ойоштороусылар бик матр идеяны тормошҡа ашыра. Баш ҡалабыҙҙа тағы башҡорт телендә төрлө шәхси үҙәктәр, йыр-бейеү студиялары, шәхси балалар баҡсалары ла кәрәк. Һуңғы йылдарҙа сабыйҙарын милли рухта тәрбиәләүгә ынтылыусылар арта бара бит. Тимәк, бындай үҙәктәр буш булмаясаҡ.
Рәйлә Күсемханова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға