«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Стәрлетамаҡ - “Китап уҡыусы ҡала”



09.09.2013 Стәрлетамаҡ - “Китап уҡыусы ҡала”

Стәрлетамаҡ - “Китап уҡыусы ҡала” 9-нан 14-се сентябргә тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһында тәүге тапҡыр “Китап уҡыусы ҡала” исемле китапхана марафоны үткәреләсәк. Халыҡ араһында китап уҡыуҙы популярлаштырыу маҡсатында уның барышында төрлө акциялар, саралар үтәсәк. Балалар өсөн эшләгән һәм дөйөм китапханаларҙа “Китап уҡыусы ҡала” фотокүргәҙмәһе, “Китапханаға нисек барырға?”, “Китап уҡыусы троллейбус”, “Асыҡ һауа аҫтындағы китапхана” акциялары ойоштороласаҡ. Бынан тыш, Үҙәҡ ҡала китапханаһында электрон уҡыу залы асыласаҡ, театраллештерелгән тамашалар, викториналар, конкурстар үткәреләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға