«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уҡыу йылын – яңы мәктәптә



09.09.2013 Уҡыу йылын – яңы мәктәптә

Уҡыу йылын – яңы мәктәптә Баймаҡ районының Йылым ауылы мәктәбе уҡыусылары яңы уҡыу йылын яңыртылған бинала ҡаршы алды. “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы көсө менән элекке клуб бинаһы социаль-мәҙәни комплекс итеп үҙгәртелде. Ул хәҙер мәктәп, спорт һәм тамашасылар залы, фельдеш-акушерлыҡ пункты һәм китапхананы үҙ эсенә ала. Бында барлығы 42 уҡыусы белем аласаҡ, беренсе класҡа 3 бала килгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға