«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Боҙоу бөтөрә тип мутлашыусыларға аҡсаһын биргән



04.09.2013 Боҙоу бөтөрә тип мутлашыусыларға аҡсаһын биргән

Боҙоу бөтөрә тип мутлашыусыларға аҡсаһын биргән Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Калинин районында йәшәүсе 79 йәшлек әбей аҙыҡ-түлек алырға магазинға сыҡҡан. Уны юлда ике ят ҡатын осратҡан һәм үҙҙәрендә экстрасенсор һәләттәре барлығын белдергән. Улар; “Һиндә боҙоу бар, уны тиҙ арала бөтөрөргә кәрәк”, - тип әбейҙе ҡурҡыта. Боҙоуҙы бөтөрөү өсөн бер юл бар – уның өсөн өйҙәге бар аҡсаны килтерергә кәрәк.
Ҡатындарҙың был хәбәренә ышанып, боҙоуҙан бик ҡурҡҡан әбей өйөнә ашыға һәм 149 мең һум аҡсаны ҡағыҙға урай һәм уны ҡатындарға бирә. Улар күҙ буяу өсөн доғалар уҡый һәм төргәкте кире ҡайтара. Ҡатындар әбейгә төргәкте асып ҡарамайынса, кире йәшереп ҡуйырға бойора.
Шулай ҙа әбей кискеһен төргәкте асып ҡарай. Унда мең һумлыҡ купюралар урынында ҡырҡып һалынған ҡағыҙҙар була. Зыян күреүсе шунда уҡ полицияға шылтырата.
Бындай күңелһеҙ осраҡтар йыш булып тора. Шуға күрә лә сит кешеләр менән һөйләшкән саҡта иғтибарлылыҡты юғалтмаҫҡа, һаҡ булырға, улар һөйләгәндәргә ышанмаҫҡа кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға