«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Малайҙар һыуҙан снаряд табып алған



04.09.2013 Малайҙар һыуҙан снаряд табып алған

Малайҙар һыуҙан снаряд табып алған Ошо көндәрҙә Әбйәлил районындағы Йәнгел ҡасабаһында йәшәүсе дүрт малай оло бәләгә тарый яҙа. Һыу инеп йөрөгән саҡта, уларҙың берәүһе аяғы менән билдәһеҙ әйбергә баҫа. Малайҙар табылдыҡ тимерҙе ярға һөйрәп сығара һәм уны өйгә алып ҡайта.
Һыу төбөндәге был әйбер ысынында артиллерия снаряды булып сыға. Быны малайҙар интернет аша асыҡлай һәм аталарына шылтыратып әйтә. Ул, үҙ сиратында, хәүефле әйбер табылыу тураһында полицияға хәбәр итә.
РФ Эске эштәр министрлығының БР буйынса ОМОН бүлегенең инженер-техник бүлеге боеприпасты тикшерә. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эшләнгән броня тишеүсе снаряд булып сыға.
Хәүефле табылдыҡты аҙаҡтан ҡасабананан ситкә алып сығып шартлаталар. Ә полиция хеҙмәткәрҙәре снарядтың Әбйәлил районына нисек барып эләгеүен тикшерә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға