«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостан юлдары буйлап Силәбегә пар турбинаһын алып баралар



30.08.2013 Башҡортостан юлдары буйлап Силәбегә пар турбинаһын алып баралар

Башҡортостан юлдары буйлап Силәбегә пар турбинаһын алып баралар  Кисә Өфө - Ырымбур юлынан уҙыусы водителдәр ғәҙәти булмаған автопоездың үтеүенә шаһит булды. Яй хәрәкәт иткән транспорт сараһы арҡаһында ҡайһы бер урында “бөкө”ләр ҙә барлыҡҡа килде.
Киңлеге - алты, бейеклеге – ете, оҙонлоғо 60 метр самаһы автопоезд Көньяҡ Урал ГРЭС-ына тәғәйенләнгән пар турбинаһын алып бара. 400 тоннанан ашыу йөктө ике махсус “МАН” йөк автомашинаһы сәғәтенә 10-14 саҡрым тиҙлек менән һөйрәтә.
Автопоезд электр станцияһына 12–14 көн эсендә барып етәсәк. Ул Өфө – Ырымбур, Ира – Йылайыр – Сибай - Магнитогорск трассаларынан Силәбе өлкәһенә тиклем 908 саҡрым юл үтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға