«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡташ рәссамдың күргәҙмәһенә килегеҙ



29.08.2013 Яҡташ рәссамдың күргәҙмәһенә килегеҙ

Яҡташ рәссамдың күргәҙмәһенә килегеҙ 3 сентябрҙән 25 сентябргә тиклем баш ҡаланың М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейының “Ижад” күргәҙмә залында Татарстан Республикаһының билдәле рәссамы Абрек Әмир улы Абыҙгилдиндең ижад күргәҙмәһе уҙасаҡ.
Ул Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән. 1970 йылда Ҡазанға йәшәргә күсә һәм шунда монументаль ижад буйынса танылған оҫтаға әүерелә.
Абрек Әмир улы Рәсәй сәнғәт академияһының Ҡазан ҡалаһындағы ижад оҫтаханаһы етәксеһе, РСА-ның мөхбир ағзаһы, Татарстан Республикаһының Рәссамдар союзы рәйесе булып тора. Ижадсы станоклы живопись, графика, керамика өлкәһендә эшләй. Абрек Әмир улы айырыуса һабантуй темаһын яҡын күрә.
Күргәҙмәлә башҡорт халҡының милли батырына арналған “Салауат Юлаев” һүрәттәр серияһы менән замандаштарыбыҙҙың – билдәле йырсылар Земфира менән Алһыуҙың портретын да күрергә мөмкин буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға