«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Танышының банк картаһын сәлдергән



29.08.2013 Танышының банк картаһын сәлдергән

Танышының банк картаһын сәлдергән Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 37 йәшлек ир таң менән кәрәҙле телефонына СМС-хәбәр килеүҙән уяна. Банк картаһынан аҡса алыныу тураһындағы хәбәрҙе уҡыға,с ул бик аптырай һәм кисә нимә булғанын иҫләй башлай. Йәмәғәт мунсаһында ял итеү һәм унда эсеү арҡаһында ир үҙенең аҡсаһын юғалта.
Полицияға мөрәжәғәт иткән зыян күреүсе мунсала үҙенең танышын осратыуын әйтә. Дуҫтар оҙаҡ күрешмәгән була һәм ошо айҡанлы эске ойоштора. Бер аҙҙан ир сабынырға китә, ә әйберҙәре һалынған сумканы иптәше ҡарамағында ҡалдыра. Ул сабынып сыҡҡансы танышы киткән була. Ә иртәнсәк ир үҙенең картаһы урланыуын һәм унан 40 мең һум аҡса алыныуын асыҡлай.
Бар шик зыян күреүсенең танышына төшә. Аҡса алынған банкоматтағы видеояҙма ла быны дәлилләгән.
Шуныһы асыҡлана: бур – 41 йәшлек ир танышының юҡлығынан файҙаланып, сумканы тикшерә. Унда документтар, банк картаһы, пин-код яҙылған ҡағыҙ ятҡан була. Ир картаны алып, мунсанан ҡабаланып сығып китә. Иртәнсәккә ҡарай бур карта иҫәбендәге барлыҡ аҡсаны ала.
Әле иргә ҡарата “Урлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға