«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милли йәштәр театры Ҡабарҙы-балҡарҙарҙы һөйөндөрәсәк



27.08.2013 Милли йәштәр театры Ҡабарҙы-балҡарҙарҙы һөйөндөрәсәк

Милли йәштәр театры Ҡабарҙы-балҡарҙарҙы һөйөндөрәсәк БР Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы сираттағы ижад миҙгеле алдынан Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһына гастролдәргә сығасаҡ. Тур 23 - 27 сентябрҙә үтә һәм республиканың биш ҡалаһын үҙ эсенә ала. Театр үткән ижад миҙгеленең ике премьераһын — Флорид Бүләков пьесаһы буйынса «Ҡарт кейәүҙәр йәки Шомбай ҡоҙа» комедияһын һәм Джанни Родариҙың әкиәте буйынса «Чиполлино» музыкаль спектаклен тәҡдим итәсәк.
Былтыр Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһына Анатолий Приставкин повесы буйынса «Ночевала тучка золотая» спектакле менән театрҙың рус труппаһы гастролдәр менән барып ҡайтҡайны. Тамашасыларҙың һөйөүен яулаған был спектаклде рус труппаһының баш режиссеры, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында тыуып үҫкән Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштерҙе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға