«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Лилиәнең хыялына күпер һалайыҡ



23.08.2013 Лилиәнең хыялына күпер һалайыҡ

(“111 көн комала ятҡан ҡатын сәләмәт бала таба”, “Йәшлек”, №45, 14 июнь, 2013 йыл)
Йөклө көйө 111 көн буйы комала ятып, һау бала тапҡан Хәйбулла ҡыҙы Лилиә Илембәтованың яҙмышы, моғайын, бер генә гәзит уҡыу­сыны ла битараф ҡалдырмағандыр. Ул табиптар һәм әсәһе тырышлығы менән күп ауырлыҡтарҙы еңгән, тик көрәш тамамланмаған әле. Лилиәгә артабан да дауаланыу талап ителә, хәле шәптән түгел. Ошо арала уға Екатеринбург ҡалаһында оҙайлы реабилитация курсы үтергә кәрәк. Ә унда бер ай дауаланыу 500 мең һум тора. Лилиә Илембәтованың ата-әсәһе хаҡлы ялда. Ауыл кешеләре өсөн был аҙ аҡса түгел, шуға ла бергәләшеп ярҙам итәйек. Һәр ҡайһыбыҙ ҡулынан килгән тиклем аҡса күсергән хәлдә, кәрәкле сумма ваҡытында йыйыласаҡ.
Лилиәнең иң ҙур теләге – ҡыҙы Лиананы көн дә күреү, уның менән етәкләшеп атлап йөрөү. Әммә был хыялға юл оҙон һәм ҡатмарлы.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, Лилиә Илембәтованың яҙмышына битараф ҡалмайыҡ. Сабыйын үҙе тәрбиәләгеһе килгән әсәнең хыялын тормошҡа ашырайыҡ, кешеләр! Ярҙам итергә теләүселәр түбәндәге иҫәптәргә аҡса күсерә ала.

Ойошмалар өсөн:
Банк получателя: Отделение №8598 Сбербанка России, г.Уфа
Получатель: Башкирское отделение №8598
ИНН Банка 7707083893, КПП 027802001
БИК 048073601
Корр.счет №30101810300000000601
ОГРН 1027700132195
р/счет Банка 47422810006009940001
лиц.счет 40817810706438402077 Илимбетова Хасана Шайхетдиновна.

Физик берәмектәр өсөн:
Карта Сбербанка России № 4276806044166576,
Лицевой счет Сбербанка России
№ 40817810706438402077,
получатель Илимбетова Хасана Шайхетдиновна.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға