07.08.2013 Воронеж урманы таҙартыласаҡ
10 августа, Физкультурник көнөндә «Мусора.Больше.Нет» йәмәғәт хәрәкәтенең әүҙемдәре Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә урынлашҡан Воронеж урманын таҙартыуҙы ойошторасаҡ. Ағиҙел аша тимер юл күпере янындағы был урын яҡшы ял итеү урыны булып тора, ләкин унда сүп-сар ҙа бик күп. Ошоно күҙ уңында тотоп, хәрәкәт әүҙемдәре «спорт» өмәһе ойошторорға теләй.
Акцияла ҡатнашырға теләүселәр иртәнге сәғәт 11-гә «Воронеж» туҡталышы янында йыйыласаҡ. Унда шулай уҡ бирсәткәләр һәм тоҡтар таратыласаҡ.