«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡатынына ҡаршы ялыу яҙыу барып сыҡмаған



07.08.2013 Ҡатынына ҡаршы ялыу яҙыу барып сыҡмаған

Ҡатынына ҡаршы ялыу яҙыу барып сыҡмаған Октябрьский ҡалаһының полиция бүлегенә 45 йәшлек ир мөрәжәғәт итә һәм үҙе менән бергә йәшәгән ҡатындың уның кәрәҙле телефонын урлауы хаҡында ялыу яҙа. Хоҡуҡ һаҡлаусылар ғаризаны тикшерә. Уның барышында ғәйепләнеүсе менән ғәйепләүсенең ролдәре алмашына һәм ирҙең үҙенә ҡарата енәйәт эше асыла.
Был ир бер йылдан ашыу бергә торған ҡатын менән даими рәүештә иреш-талашта йәшәгән. Участка полиция хеҙмәткәре Игорь Батыргәрәевтың белдереүенсә, был ғаилә айырым иҫәптә торған.
Ошо көндәрҙә сираттағы талаш мәлендә ир тырма алып, ҡатынының аяғына һуға. Уныһы, үҙ сиратында, участка полиция хеҙмәткәренә ғариза яҙа. Һөҙөмтәлә, иргә ҡарата енәйәт эше асыла.
Был ваҡиғанан һуң ул ҡатынына тағы ла нығыраҡ асыулана һәм үс алыу ниәте менән телефонды урланы тип полицияға ғариза яҙа. Ләкин был план тормошҡа ашмай һәм иргә ҡарата «Ялған ошаҡлау» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.
Әйтергә кәрәк, енәйәтсе психоневрология диспансерында иҫәптә тора. Суд ҡарарынан һуң уның мәжбүри дауаланыуға ебәрелеүе лә мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға