«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тимер юлында һаҡ булығыҙ!



02.08.2013 Тимер юлында һаҡ булығыҙ!

Тимер юлында һаҡ булығыҙ! Тимер юлының хәүефле урын икәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Шуға күрә лә рельстар, станциялар янында булғанда, поезға ултырғанда айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Үкенескә күрә, ябай ҡағиҙәләрҙе үтәмәү ҙә фажиғәгә килтерә.
Кисә Өфө янындағы Шаҡша станцияһында төшкөһөн ун йәшлек малай поезд аҫтында ҡала. Ул ауыр травмалана һәм шунда уҡ йән бирә.
Малай үҙенең туғыҙ йәшлек дуҫы менән рельстар буйлап китеп барған. Улар ҡаршыға килгән йөк составына ҡарап, арттарына иғтибар итмәгән. Ә унда, боролоштан «Әшә-Дим» электропоезы хәрәкәт иткән.
Балаларҙы абайлаған машинист ашығыс тормозға баҫа һәм гудок ҡысҡырта, ләкин малайҙар ҡаршы поездың тауышынан артттарына иғтибар итмәй. Малайҙарҙың берәүһе һуңғы мәлдә ситкә ырғып өлгөрә, ә икенсеһен поезд төкөтә.
Фажиғәнән һуң машинист баланы кабинаға индереп, киләһе станциялағы дауаханаға алып барырға ниәтләгән. Ләкин ул юлда йән бирә.
Имен ҡалған малай врачтар ҡулына тапшырылған. Уның менән шулай уҡ психологтар ҙа эшләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға