«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һунарға лимит билдәләнде



02.08.2013 Һунарға лимит билдәләнде

Һунарға лимит билдәләнде Башҡортостанда 2013 йылдың 1 авгусынан 2014 йылдың 1 авгусына тиклемге осорға һунар ресурстарын аулауға лимит билдәләнде. Бының туралағы тейешле бойороҡҡа БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.
Ҡырағай йәнлектәрҙе аулауҙың максималь лимиты түбәндәгесә: мышы – 1192 баштан, себер ҡоралайы – 775, ҡабан – 8824, һоро айыу – 204, бурһыҡ – 262, һеләүһен 3 баштан артмаҫҡа тейеш.
Һунарсылыҡ биләмәләрендә ҡырағай хайуандарҙы аулау һунарсылыҡ хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәренең күҙәтеүе аҫтында буласаҡ. Быйылғы лимиттар элеккеһенә ҡарағанда арттырылған.
Республиканың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығына ҡырағай йәнлектәрҙе аулауға йәрәбә һалыуҙа ҡатнашыу өсөн һунарсыларҙан йәмғеһе 13 мең ғариза ҡабул ителгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға