«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бәлә аяҡ аҫтында ята



01.08.2013 Бәлә аяҡ аҫтында ята

Бәлә аяҡ аҫтында ятаӨфө ҡалаһынан килгән туристар Ҙур Ирәмәл тауына менгән саҡта 57 йәшлек ҡатын таш һибелмәһе аша сыҡҡанда тайып ҡолай һәм аяғын шайтан ашығы тирәһендә һындыра. Бәхеткә күрә, төркөмдәге кешеләр араһында табип була. Ул ағас ботағынан аяҡҡа ваҡытлыса шина яһап бәйләй.
Төркөм үҙ юлын дауам итә, ә ҡаза күреүсе менән бер ҡатын тороп ҡала. Улар «112» телефоны буйынса берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтырата һәм ярҙам һорай.
Тиҙ арала Өлкә ҡотҡарыу хеҙмәтенең Усть-Катав ҡотҡарыусылар отряды хеҙмәткәрҙәре бәләгә ҡалыусылар янына ашыға. Өс кеше тәүҙә автомобилдә, артабан квадроциклда, унан һуң йәйәүләп ҡатындар янына килеп етә. Әйтергә кәрәк, уларға икенсе турист отрядынан килеп еткән ир-егеттәр ярҙам иткән була.
Аяғы һынған ҡатынды ҡотҡарыусылар 6,5 сәғәт буйы тауҙан тигеҙ ергә күтәреп алып бара. Артабан уны Тюлюк ауылында «тиҙ ярҙам» машинаһына күсерәләр һәм Йүрүҙән ҡалаһының дауаханаһына оҙаталар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға