30.07.2013 Һунарсылыҡтағы яңы ҡағиҙәләр
3 августан мышы, ҡоралай, болан, айыуҙарҙы рөхсәт ҡағыҙынан тыш аулаусылар бер йылдан өс йылға тиклем һунар итеү хоҡуғынан мәхрүм ителәсәк. Был ҡарар РФ һунар итеү, һунарсылыҡ ресурстары буйынса законына һәм Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоу кодексына өҫтәмә рәүешендә индерелде.
Һунар ҡағиҙәләрен боҙоусыларға 500 һумдан 4 мең һумға тиклем штраф һәм ҡоралды конфискациялау йәки һунар итеү хоҡуғын ике йылға тиклем тартып алыу янай. Әгәр ҙә аусы йыл әйләнәһенә тағы ла ҡағиҙә боҙһа, штраф күләме һәм һунар итеүгә тыйыу ике тапҡырға артасаҡ.
Әгәр ҙә һунарсы инспекторға үҙенең һунар билетын, һунар итеүгә рөхсәт ҡағыҙын, путевкаһын һәм ҡорал һаҡларға, йөрөтөргә рөхсәт ҡағыҙын күрһәтеүҙән баш тартһа, уға бер йылдан ике йылға тиклем һунар итергә рөхсәт бирелмәйәсәк. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, ҡурсаулыҡтарҙа, заказниктарҙа, тәбиғәт парктарында һунар итеүсе браконьерҙарға иң ҡаты яза ҡаралған.