«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Туристар өсөн файҙалы һүҙлек



30.07.2013 Туристар өсөн файҙалы һүҙлек

Туристар өсөн файҙалы һүҙлек З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте «Толковый словарь туриста Башкортостана» исемле китап сығарҙы. Исеменән үк әйтеп тороуынса, унда туризм һәм туризм индустрияһында ҡулланылған терминдарға аңлатма бирелә. Тирә-яҡ мөхитте һайлау йылына бағышланып нәшер ителгән баҫмалағы һәр һүҙ Владимир Даль, Сергей Ожегов һүҙлеге, Совет энциклопедия һүҙлеге аша тикшерелеп бирелә.
Республикабыҙ туризмы тураһындағы мәғлүмәт тә күптәргә ҡыҙыҡ булыр. Шулай уҡ йылға лоциялары, карталар, төрле схемалар төҙөүгә өлгөләр бирелгән.
Һүҙлектең авторы - Вадим Марушин. Ул Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, туризм буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, Рус география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы, БР-ҙың почетлы краеведы, БР Журналистар союзының ағзаһы, «Йөҙгә-йөҙ» ҡала конкурсында «Ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн» номинацияһында еңеүсе, 2010 йылда Рәсәйҙең иң-иң уҡытыусылары араһындағы Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаусы булып тора.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға