«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башмаҡ урлап һатырға йөрөгән



29.07.2013 Башмаҡ урлап һатырға йөрөгән

Башмаҡ урлап һатырға йөрөгән Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының полиция бүлегенә Асҡар ауылында йәшәүсе 50 йәшлек ир мөрәжәғәт итә һәм ҡырҙа йөрөгән башмағының юғалыуын белдерә. Хужа малын өсөнсө көн эҙләһә лә таба алмаған.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар эҙләү барышында башмаҡтың бер фермер хужалығында бикләнеп ҡуйылыуын асыҡланған. Ләкин, унда урлашыуға бер ниндәй ҙә ҡыҫылыштары юҡлығы тураһында белдергәндәр һәм башмаҡты хужалытағы эшсенең бынан бер нисә көн элек ҡыуып килтереүен әйткәндәр.
Полиция хеҙмәткәрҙәре мал бурын ҡулға ала. Шуныһы асыҡлана – ир башмаҡты һатырға йөрөгән. Әлеге ваҡытта ул «Урларға ниәтләү» статьяһы буйынса ғәйепләнә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға