«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡояштан электр тогы аласаҡтар



25.07.2013 Ҡояштан электр тогы аласаҡтар

Ҡояштан электр тогы аласаҡтар 2014 йылда «Авелар Солар Технолоджи» компанияһы республиканың көньяғында, шул иҫәптән Баймаҡ ҡалаһында ҡояш электр станциялары төҙөргә ниәтләй. Әлеге ваҡытта район хакимиәттәре менән СЭС һәм уның ҡоролмалары урынлаштырыласаҡ ер биләмәләрен һайлау эштәре бара.
Проект буйынса ҡеүәте 10-15 МВт булған ҡояш электр станцияһы Баймаҡ ҡалаһы янында 40 гектар майҙанда буласаҡ. Ҡояш модулдәре Сыуашстан республикаһының Новочебоксарск ҡалаһындағы «Хевел» заводында эшләнәсәк. Әйтергә кәрәк, «Авелар Солар Технолоджи» компанияһы Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә дөйөм ҡеүәте 600 МВт тәшкил иткән ҡояш электр станциялары төҙөргә уйлай.
Әле Өфө дәүләт авиация-техник университетында ике фотоэлектрик модуль һынау режимында эшләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға